газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2019, 10:55

Фажиғәләр һанын кәметергә

Радий Хәбиров йыл аҙағына Башҡортостан юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметергә ҡушты.

Радий Хәбиров йыл аҙағына Башҡортостан юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметергә ҡушты. «Был - сифатһыҙ эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булған аномалия», - тине ул.

2018 йыл йомғаҡтарына ярашлы, республика юл фажиғәләрендә һәләк булған кешеләр һаны буйынса Рәсәйҙә 4-се урынды алған. Бер йылда беҙҙә 4406 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 550 кешенең ғүмере өҙөлгән. Юлдарҙа кешеләрҙең һәләк булыуының төп сәбәптәре - тиҙлекте арттырыу һәм йәйәүлеләрҙең ҡараңғыла юл ситенән махсус жилетһыҙ йөрөүе. ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, республика юлдарында, дөрөҫөн әйткәндә, билдәләр юҡ һәм тротуарҙарға бәйле проблема бар, шуға күрә кешеләр юл ситенән йөрөргә мәжбүр. Юлдарҙағы үлем осраҡтарын кәметеү өсөн республикала махсус комиссия булдырылған. Ул кеше һәләк булған аварияның урынына барып, юлдың торошон баһалай. Кәрәк икән, артабан был участкала светофор, яҡтыртҡыстар, юл билдәләре, ҡаршылыҡ кәртәләре ҡуялар һәм билдә һалалар. Бындай осраҡтарҙың булғаны бар.
Читайте нас: