Башҡортостанда гемодиализға мохтаж пациенттарҙы йәшәгән ерҙән процедура башҡарылған урынға тиклем урындағы дауахана иҫәбенә алып барырға тейештәр. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.Тейешле бойороҡ 2019 йылдың февралендә баҫылған, сирлеләрҙе йөрөтөүгә өҫтәмә аҡса бүленгән. Транспортировка талап ителгәндәрҙең барыһына ла дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.