Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2019, 12:02

Беренсе бала өсөн дә - капитал

Рәсәйҙә беренсе бала өсөн әсәлек капиталы бирә башлауҙары ихтимал.

Рәсәйҙә беренсе бала өсөн әсәлек капиталы бирә башлауҙары ихтимал.Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова илдә тыуымды арттырыу өсөн өҫтәмә саралар индереү мөмкинлеген инҡар итмәй. Уның фекеренсә, бындай сараларҙың кәрәклеге көн кеүек асыҡ.

«Тиҙҙән ғаиләләрҙе бала тыуҙырыуға дәртләндереү өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итергә тура килер, моғайын. Был бик күп аспекттар, шул иҫәптән, милләтте һаҡлау кәрәклеген тәьмин итеү менән бәйле».Голикова беренсе бала тыуғандан һуң әсәлек капиталы бирергә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы бала табыуға дәртләндерергә мөмкинме тигән һорауға яуап итеп, «бындай варианттарҙың да тикшерелеүен» билдәләне.

Читайте нас: