“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй һөнәрҙәрҙе һайлай? Һәр дүртенсе кеше үҙенең балаһын табип итеп күргеһе килә. Юриспруденция - икенсе урында. Унан исемлекте эшҡыуарлыҡ дауам итә. Хәрби хеҙмәтте һәм программалаусы һөнәрен һайлаусылар һаны тигеҙләшкән - 13 процент. Респонденттарҙың биш проценты ғына балаһының уҡытыусы һөнәрен алыуын теләй.