Башҡортостандың алты муниципалитетында - Дыуан, Учалы, Миәкә, Краснокама райондарында, Салауат һәм Октябрьский ҡалаларында янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡулайлама менән тәьмин ителеү 70 процентҡа тиң. Республика етәксеһе Радий Хәбиров апрель аҙағына тиклем был төбәктәрҙә мәсьәләнең хәл ителеше тураһында хәбәр итергә ҡушты. Дөйөм алғанда, йыл башынан яңы бала тыуған ғаиләләргә бындай 31 мең ҡулайлама тапшырылған.