газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2019, 10:05

Майҙансыҡта машина торорға тейеш түгел

Радий Хәбиров газондарға һәм балалар майҙансыҡтарына ҡуйылған машиналар менән бәйле хәлде асыҡларға ҡушты

Радий Хәбиров газондарға һәм балалар майҙансыҡтарына ҡуйылған машиналар менән бәйле хәлде асыҡларға ҡушты «Урамдарҙа административ законһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Был мәсьәләне һеҙҙең менән йә иһә үҙем хәл итермен. Автомобилселәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм кешеләрҙең мәнфәғәттәрен хөрмәтләргә мәжбүр итербеҙ», - тине ул.

Хәбиров фекеренсә, быға ҡаршы көрәшеү юлы икәү. Беренсеһе - сикләй торған бағаналар һәм ҡоймалар ҡуйырға. Уларҙың апрелдә үк ҡора башларға кәрәк. Икенсеһе - ҡайҙа теләй, шунда, шулай уҡ газонға машинаһын ҡалдырып киткән водителдәргә штраф һалырға.

Штрафтың күләме билдәле. Газонға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына машина ҡуйған өсөн штраф физик берәмектәргә - 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә - 5-10 мең, юридик берәмектәргә 20-30 мең һум тәшкил итә. Ҡабаттан боҙған өсөн уның күләме арта: физик берәмектәргә - 3-4 мең һум, вазифалы кешеләргә - 15-20 мең, юридик берәмектәргә - 35-50 мең.
Читайте нас: