газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2019, 09:47

Башлыҡ ҡына тейеш

28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ. Ә 16 майҙан иһә ултырыштар онлайн-режимға күсәсәк. Был турала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий хәбиров белдерҙе.

28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ. Ә 16 майҙан иһә ултырыштар онлайн-режимға күсәсәк. Был турала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.

- Ваҡ эштәрҙән башлағыҙ. Төп бурыс - кеше һеҙгә йөҙ тапҡыр килеп йөрөмәһен. Ә беҙ был мәсьәләне бынан контролдә тотасаҡбыҙ, - тине ул.

Хакимиәт башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге “Инвестиция сәғәт”тәренең популярлығы менән да баһаланасаҡ, тине төбәк етәксеһе. Аҙна һайын бындай осрашыуҙар үткәреү шәхсән хакимиәт башлығы иңенә һалына.

- Һеҙҙән башҡа бер кемдең дә “Инвестиция сәғәте”н үткәрергә хоҡуғы юҡ. Иҡтисад буйынса урынбаҫар, йәки башҡа кемдер түгел, һеҙ генә. Әгәр командировкала икәнһегеҙ, инвесторҙар менән башҡа көндә осрашығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Минең ышаныуымса, был сәғәттәр хакимиәт башлығының бизнес менән аралашыуының ябай, аңлайышлы һәм асыҡ юлы буласаҡ.
Читайте нас: