Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2019, 14:57

Эш аҙнаһы - дүрт көн

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен өлөшләтә алып бара башлауы ихтимал.

Республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең аҙнаһына дүрт көн эшләй, хеҙмәтен өлөшләтә алып бара башлауы ихтимал. Бындай тәҡдимде Хөкүмәт ултырышында Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова еткерҙе.

- Башланғыс ғаилә институтын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк, ата-әсәгә балалары менән йышыраҡ бергә булыу, күберәк шөғөлләнеү мөмкинлеге асыласаҡ, - тине ул.

Күп балалы әсәләр, эш сәғәте ҡыҫҡартылһа ла, хеҙмәт хаҡын тулыһынса аласаҡ.
Читайте нас: