Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм Рәсәй” депутаттары шундай башланғыс менән сығыш яһаны. Транспорт министрлығы тарафынан эшләнгән закон проекты Хөкүмәттә ҡараласаҡ. Билет алмаған 16 йәшкә тиклемге балаларҙы һыуыҡ көндә йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырырға ярамай, шул уҡ ваҡытта уның өсөн ата-әсә административ штраф түләргә тейеш була. Илдең 12 төбәгендә был ҡағиҙә эшләй башлаған да инде.