Башҡортостан Хөкүмәте субсидиялар һәм компенсациялар иҫәпләү өсөн нигеҙ булып торған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының яңы стандарттарын раҫланы. Льготалар менән файҙаланыусылар өсөн яңынан иҫәпләү апрелдә башҡарыла, бының өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй.Ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙың максималь рөхсәт ителгән өлөшө килемдән 13% тәшкил итә (15% ине); 70 йәштән өлкән яңғыҙҙар өсөн - 16% (18% ине); яңғыҙ йәшәгән 60 йәштән өлкән ир-аттар һәм 55 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 18%; граждандарҙың башҡа категориялары өсөн - 20%.
- Мәҫәлән, әгәр кешенең айлыҡ килеме (бөтә түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы иҫәпкә алып) - 20 мең һум, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләү 4,1 мең һум (20 проценттан күберәк) тәшкил итә икән, ул субсидияға хоҡуҡлы. 20 мең һум килем алған, ләкин 2,7 мең квартплата түләгән күп балалы әсә йәки яңғыҙы ғына балалар тәрбиәләгән ҡатын да ошондай хоҡуҡҡа эйә, - тип белдерәләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.