Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 16:09

Тағы баш күтәрмәксе, ахырыһы

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡыҙылса ауырыуының таралыу хәүефе бар.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡыҙылса ауырыуының таралыу хәүефе бар. 2019 йылдың 1 ғинуарына алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2890 сабыйға һәм өлкән йәштәге 4664 кешегә прививка яһалмаған. Был сирҙән берҙән-бер һаҡланыу сараһы - ул вакцина. 2004 йылдан алып Башҡортостанда 35 йәшкә тиклемгеләрҙе планға ярашлы иммунизациялау үткәрелә. Әле 600 меңдән ашыу кешегә прививка яһалған.
Читайте нас: