Башҡортостанда 5 йыл дауамында өс ҡалдыҡтарҙы утилләштереү заводы һәм 16 сорттарға айырыу комплексы төҙөлә. Ике завод Стәрлетамаҡта, тағы берәүһе - Дәүләкән районында. Дөйөм алғанда, өс заводта йылына 155 мең тонна сүп-сар эшкәртергә мөмкин. Башҡортостанда бер йыл эсендә 2 миллион тонна ҡалдыҡ йыйыла. Әле республикала 35 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны һәм 14 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы эшләй, 10 меңдән ашыу майҙансыҡ бар, уларҙа 21 мең контейнер тора. Ләкин белгестәр әйтеүенсә, республика ҡала-ауылдарында тағы ла 30 мең самаһы контейнер ҡуйырға һәм улар өсөн 13 меңдән ашыу майҙансыҡ булдырырға кәрәк. Республикала 2932 рөхсәтһеҙ сүплек иҫәпләнгән