Хәҙер «Инвестиция сәғәттәре» төбәк райондарында ла ойоштороласаҡ. Был хаҡта Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыРадий Хәбиров хәбәр итте.Райондарҙа инвестиция сәғәттәре киләһе аҙнанан башлана. Муниципаль «Инвестсәғәттәр» һәр кесе йома ойоштороласаҡ. Кәңәшмәлә урындағы етәкселәр эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк.