Мәскәү - Петербург маршруты буйынса йөрөгән круиз лайнерына Мостай Кәримдең исеме бирелде.«Водоходъ» компанияһының круиз лайнеры, асылда, 342 пассажирға иҫәпләнгән биш йондоҙло ҡунаҡхана. Бортта ресторан, бар, спа-салон, тренажер залы һәм өҫкө палубала ял итеү зонаһы бар.