Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талпан энцефалитына ҡаршы 37 мең 410 вакцина һатып ала. «2019 йылда Башҡортостан Республикаһында социаль әһәмиәтле сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш» төбәк маҡсатлы программаһы сиктәрендә ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 15,6 миллион һум бүлеү күҙаллана. Подрядсыны 1 апрелдә аукционда һайлап алалар. 2018 йылда Башҡортостандың медицина ойошмаларына 10 мең 113 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып мөрәжәғәт иткән.