Беренсе урында - Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенселә - Санкт-Петербург етәксеһе Александр Беглов, өсөнсөлә - Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев. Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары араһында Радий Хәбиров ныҡлы беренсе урынды биләй. Уның артынан Татарстан етәксеһе Рөстәм Миңнеханов килә, артабан - Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин.