5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл июндә уҙғарыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ милләт-ара татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи үҫешен тәьмин итеү, республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү маҡсаттарын үҙ эсенә ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, төп маҡсат - башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын ҡабул итеү. Республика етәксеһе Указы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын ойоштороу комитеты составы раҫланды. Саралар планын 1 апрелгә тиклем әҙерләргә ҡушылды.