Башҡортостан ипотека алыусылар һаны буйынса ил төбәктәре араһында туғыҙынсы урында. Торлаҡ кредиты баҙарын ФинЭкспертиза агентлығы анализлаған. Уҙған йылда беҙҙең республикала 21 йәштән 75 йәшкә тиклемгеләр араһында һәр 51 кеше ипотека килешеүе төҙөгән. Әйткәндәй, президент Владимир Путин ипотека каникулдары кәрәклеге тураһында ла әйтте. Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар өсөн кредит суммаһын ваҡытлыса түләмәй тороу мөмкинлеге бирелергә тейеш, тине ул.