Континенталь хоккей лигаһында плей-офф барышында кисә "Салауат Юлаев" һәм "Металлург" араһында икенсе уйын үтте. Уйынды республика етәксеһе Радий Хәбиров "Металлург" аренаһында «Горняк» йәш хоккейсылары менән бергә күҙәтте. Шулай уҡ республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов, Сибай мэры Рөстәм Афзалов та юлаевсылар өсөн янып-көйҙө. Өфөләге серия 1 мартта үтә. Дүрт еңеү яулаған команда Континенталь хоккей лигаһының сирек финалына сыға.