Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн дәүләт биргән йүргәк-кейемдәр ҡиммәтерәк була. Балалар табыу йортонда һәр әсәгә биреләсәк әйберҙәр тупланмаһының дөйөм хаҡы 1 мең 600 һумға баһалана. Республика хөкүмәте ошо турала документты хупланы. Әлегә тиклем комплект суммаһы 1 мең 180 һум булды, 2014 йылдан алып хаҡ үҙгәрмәне.