газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2019, 10:18

Протокол төҙөмәйенсә ярамай

Машина эвакуаторҙарына бәйле яңы норма әҙерләнә.

Машина эвакуторҙарына бәйле яңы норма әҙерләнә. Думала ҡаралған закон проектына ярашлы, эвакуация хеҙмәткәрҙәре тыйылған урында ҡалдырылған машинаны алып китер алдынан тәүҙә протокол төҙөргә тейеш була. Әле иһә протоколһыҙ ҙа алып китәләр, был иһә законға ҡаршы килә. Автоэксперттар әйтеүенсә, эвакуаторҙар тураһында нормалар аныҡ яҙылырға тейеш, был өлкәлә тәртип кәрәк. Яңы норма ҡабул ителһә, протокол төҙөмәйенсә машинаны алып киткән эвакуатор хужалары 50 һум штраф түләйәсәк.
Читайте нас: