Башҡортостанда апаһы бер туған ҡустыһынан ҡотолмаҡсы булған. Ул уны урманға алып барған һәм ҡар менән күмеп ҡуйған. 22 йәшлек ҡыҙ үҙенең 9 йәшлек ҡустыһын ата-әсәһенән көнләшкән. Әсәһенән рөхсәт һорап ул малайҙы китапхана алып барған. Һуңынан ҡустыһы менән урманға киткән, уны сисендергән һәм телефон шнуры менән быуа башлаған.
«Аҙаҡ ҡыҙ уны ҡар менән күмеп ҡуйған, шунан һуң уны йәлләгән һәм юлға алып сыҡҡан», - тиелә хәбәрҙә. Малайҙы үтеп барған ирҙәр ҡотҡарған һәм ашығыс ярҙам саҡырған. Баланың аяҡтары туңған, башы йәрәхәтләнгән, тәне һыҙырылған.
Асыҡланыуынса, 22 йәшлек ҡыҙ психик сирҙән яфалана икән - ул үҫеш яғынан артта ҡалған.