Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылында ағас йортта ут сыға. Ваҡиға урынына башта эргә-тирәләге ауылдарҙан ирекле янғын һүндереүселәр, һуңынан 11-се отряд ҡотҡарыусылары, полиция, табиптар килеп еткән. Утты һүндергән ваҡытта өс кеше кәүҙәһе табылған. Янғын арҡаһында 34 йәшлек ҡатын һәм уның йәш ярымлыҡ балаһы, шулай уҡ бер ир-егет һәләк булған. Ваҡиға урынында табиптар 51 йәшлек ҡатынға ярҙам иткән һәм ул дауаханаға оҙатылған. Шуныһы ла мәғлүм, утта һәләк булған ҡатындың 15 йәшлек ҡыҙы һәм 7 йәшлек улы йорттан үҙ аллы сығып ҡотола алған. Янғын сәбәптәре асыҡлана.