Адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 2019 йылда республикала 18 медицина учреждениеһы төҙөлөргә тейеш. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 4 миллиардҡа тиклем аҡса бүлеү ҡаралған. Яңы дауаханалар Языков ҡасабаһында, Учалы, Салауат, Бөрө, Өфө ҡалаларында төҙөләсәк. Шулай уҡ “Аҡбуҙат” балалар шифаханаһында яңы корпус сафҡа инәсәк.