Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2019, 12:07

Лагерға - өйҙән генә

Элек баланы шифаханаға йәки йәйге лагерға урынлаштырыр өсөн тейешле урынға барып, ғариза яҙырға кәрәк ине. Хәҙер Башҡортостанда балалар шифаханаларына һәм йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар исемле электрон сертификат нигеҙендә биреләсәк.

Элек баланы шифаханаға йәки йәйге лагерға урынлаштырыр өсөн тейешле урынға барып, ғариза яҙырға кәрәк ине. Хәҙер Башҡортостанда балалар шифаханаларына һәм йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына юлламалар исемле электрон сертификат нигеҙендә биреләсәк.Кибернетика быуатында йәшәүҙең өҫтөнлөктәре бихисап - интернет аша мәғлүмәт системаһында теркәлеү үтәһең, унан инде белешмә нигеҙендә мәғариф бүлегендә үҙеңдең эш урыныңды раҫларға тейешһең, артабан шәхси кабинетыңда лагерҙы, сменаны һайлай алаһың.

- Бындай уңайлы эш алымы - күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, - ти Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин. - Йыл да балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең ҡайһы берәүҙәре был турала белмәй. Маҡсатыбыҙ - мөмкин тиклем күберәк 7-15 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙарҙың ялын ойоштороу.
Читайте нас: