Сибайҙан 250 бала Ҡырымға сәләмәтлектәрен нығытырға юлланды.Уларҙы 29 кеше: уҡытыусылар һәм табиптар оҙатып бара. Балалар Евпаторияла «Хыял» шифаханаһында ял итә. Унда уларҙы һауыҡтырыу процедуралары, көнөнә биш тапҡыр туҡланыу, бассейн, тренажер залы, дискотекалар һәм Ҡырымдың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар көтә. 250 баланан торған икенсе төркөм Ҡырымға 10 мартта юлға сыға.