Башҡортостанда ипотеканың 5 процентҡа төшөүе ихтимал.Был турала Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән осрашыуында әйтелде. Льготалы ипотекаға торлаҡ өсөн бүлеп аҡса индереү программаһында ҡатнашыусылар дәғүә итә ала. Бөгөнгә ул 6-7 процентҡа бирелә. Торлаҡ өсөн ташламалы кредит программаһы Башҡортостанда төҙөлөштө йәнләндереүгә йүнәлтелгән. Ил Президентының май указдарына ярашлы, республикала 2024 йылға тиклем 3 миллион 700 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла.