Республикаға 59 мәктәп автобусы алына. Был турала дәүләт заказдары сайтында хәбәр ителә. Документта билдәләнеүенсә, һары төҫтәге транспорт сараһы һайлана. Салонда балалар өсөн 20, өлкән кешегә бер урын булыуы шарт. Автобустар һатып алыу өсөн 120 миллион һум самаһы аҡса тотоноу күҙаллана. 8 автобус баш ҡала мәктәптәренә бүленә, ҡалғандары райондарға ебәрелә.