Иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы сенаторҙары алдында сығыш яһай. Унда министрлыҡ-ведомстволар етәкселәре, төбәк башлыҡтары, дини ойошма вәкилдәре ҡатнаша. Мөрәжәғәтнамәлә президент илдең киләсәккә үҫеш юлдары һәм мөмкинлектәрен тәҡдим итә. Дәүләт башлығы шулай уҡ эске һәм тышҡы сәйәсәттә төп йүнәлештәрҙе билдәләй.