26 - 28 февралдә Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы уҙа. Сәнәғәттә инновацион алымдар ҡулланыуға, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ объекттары араһына хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүленә. Форум барышында Өфөнөң инновацион мөмкинлектәре менән дә таныштырыу көтөлә. Электроника, ауыл хужалығы, сәнәғәт ҡорамалдары, заманса технологиялар һәм башҡа өлкәләргә бәйле күргәҙмәләр ойошторола.