Башҡортостанда бер ҡатынды иҙән йыуыу өсөн тәғәйенләнгән таяҡ менән дауалағандар. 83 йәшлек ханым аяҡ һөйәген һындырғандан һуң район дауаханаһына алып барылған. Табиптар өйҙә лә дауаланып булыуға һылтанған, гипс һалғанда иһә ағас швабраның бер өлөшөн ҡулланғандар. Тәфтиш комитеты һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был хәл буйынса тикшереү алып бара. Пенсионер ҡатынды Өфөләге 21-се ҡала дауаханаһына күсергәндәр.