Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары республика дауаханаларында пациенттарға бушлай операция яһай. Клиника ҡала һәм райондарҙа күҙ сиренән яфаланған пациенттарға бушлай операция үткәреү буйынса яңы программаны бойомға ашыра. Уға ярашлы, республикала йәшәүселәргә Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй, институттың танылған офтальмохирургтары уларға үҙҙәре килеп операция яһай. Бөгөндән 22 февралгә тиклем Ишембай район үҙәк дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул итәләр. Министрлыҡ вәкиле Светлана Ҡусҡарбәкова һөйләй.
- Хәҙер күҙ дауалау өсөн алыҫ райондарҙан баш ҡалаға килеп йөрөү кәрәкмәй. Институттың алдынғы табиптары үҙҙәре килеп операция яһаясаҡ, бушлай тикшерә. Ғинуар һәм февраль айҙарында Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез, Стәрлетамаҡ кешеләрен ҡабул итеп өлгөрҙөләр ҙә инде. 18-22 февраль - Ишембай, 25-26 февраль - Яңауыл, 27-28 февраль - Туймазы, 4-5 март - Белорет, 6-7 март - Учалы, 11-15 март - Сибай, 18-22 март - Стәрлетамаҡ, 25-29 март - Мәләүез, 1-5 апрель - Ишембай ҡалаларына киләсәктәр.