Радий Хәбиров Башҡортостанда юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшен көсәйтеүҙе талап итте. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе үҙенең исеменә ҡарҙан таҙартыуға бәйле бик күп ялыуҙар килеүен билдәләне. Ҡала «ҡар ҡамауында» булмаһа ла, ялыуҙар һанын кәметеү өсөн эште көсәйтергә кәрәк, тине етәксе.