Бөгөн Ғашиҡтар, йәки изге Валентин көнө билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа был байрам бөтә донъяла һәм Рәсәйҙә киң таралыу алған. Был көндө, башлыса, йәштәр һөйгән һәм ҡәҙерле кешеләренә йөрәк формаһындағы хаттар - валентинкалар, сәскә гөлләмәһе, тәмлекәстәр бүләк итә. Ошо датаға бәйле, республика ҡала-райондарында төрлө күңел асыу саралары ҡаралған.