Башҡортостанда дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса республика Башлығы грантына 287 заявка бирелгән. Документтарҙы ҡабул итеү 31 ғинуарҙа тамамланды. Бөгөн заявкаларҙы ҡарау буйынса эксперт советының беренсе ултырышы уҙҙы. Иң күп документтар мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләренән бирелгән. Эксперттар 20 мартҡа тиклем заявкаларҙы ҡарарға тейеш. Артабан конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләй. Дөйөм алғанда, быйыл 74 миллион һум грант бүленгән.