Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәтләнгәндәрҙе эвакуациялау өсөн 8 вертолет майҙансығы төҙөйҙәр.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был эште 2020 йылда тамамларға ниәтләй. Республика һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Рафаэль Яппаров һүҙҙәренсә, был юл фажиғәһенән һуң үлем осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.