Башҡортостанда ағас ташыу күҙәтеүгә алынды. Урман хужалығы һәм эске эштәр министрлыҡтары операция үткәрҙе.
Урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров:
- Операция барышында 30-ға яҡын рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осрағы асыҡланды. Полиция хеҙмәткәрҙәре туҡһанға яҡын административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡланы. Ҡайһы бер ваҡытта кешеләрҙең ағас ташыуға тейешле документы булмай. Полиция 500-ҙән ашыу транспорт сараһын тикшерҙе. Биш автомобилгә арест һалды
Операция барышында бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рөхсәтһеҙ ағас киҫеүселәр бер миллион һумдан ашыу зыян килтергән.