газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2019, 15:52

Хәүефле сир таралған

Малдар араһында лейкоз сире таралған.

Малдар араһында лейкоз сире таралған. Благовещен районында был вирус менән һыйыр малының 57 проценты зарарланған. Шулай уҡ Иглин, Бөрө, Балтас, Кушнарен, Миәкә һәм Борай райондарында лейкоз күп теркәлгән. Республика ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин әйтеүенсә, вирусты ябай ысул менән асыҡлап булмай, махсус тикшереү кәрәк.
- Был ҡан ауырыуы тип атала. Һыйыр малында сир күптән табылған. Әлеге көндә республикала уға ҡаршы эштәр алып барыла. Хәүефле ауырыу йоғошло, тип уйлайбыҙ. Симптомдары беленмәй, мал һуйған ваҡытта күренә. Көҙлө-яҙлы малдан ҡан алғанда, сирҙе асыҡлап була. Һыйырҙан үҙенең быҙауына һөт аша күсә.
Лейкоз вирусы юғары температурала һәләк була. Шуға магазиндарҙа һатылған һөт кешеләр өсөн хәүефһеҙ, - ти белгестәр.
Читайте нас: