газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Февраль 2019, 15:47

Алданыусылар булмаҫҡа тейеш

Рәсәйҙә торлаҡ алыуҙа алданыусылар булмаясаҡ.

Рәсәйҙә торлаҡ алыуҙа алданыусылар булмаясаҡ. 1 июлдән илдә төҙөлөштө финанслауҙың яңы системаһы эш башлай, тип белдерҙе ил Президенты Владимир Путин Ҡазанда Дәүләт советы ултырышында. Баҙар мөнәсәбәттәре асыҡ була, граждандар аҡсаһын юғалтамай, тине ил башлығы. Ҡазанда дәүләт советы ултырышында республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. 1 июлдән ғәмәлгә ингән нормаға ярашлы, яңы торлаҡты финанс хәле ышаныслы булған компаниялар ғына төҙөй ала. Бынан тыш, банктар йәлеп ителә, йәғни, халыҡтан йыйылған аҡса юғалмай, махсус иҫәптә һаҡлана, төҙөлөш тамамланғас ҡына төҙөүсегә күсерелә.
Читайте нас: