Башҡортостанда пенсия алды йәшендәгеләрҙе ҡайтанан уҡытыу башланды. Курстар "Өлкән быуын" федераль проекты барышында үткәрелә. Уға ярашлы, эш биреүселәр пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе баҙарға талап ителгән һөнәрҙәргә уҡытыуға ебәрә ала. Бының өсөн бюджеттан аҡса бүленә. Алдағы 6 йылда республикала өлкән йәштәге 9 меңдән ашыу кешене ҡайтанан уҡытыу ҡарала. Бының өсөн йыл һайын 109 миллион һум бүленеп барасаҡ.