Башҡортостанда 19 меңдән ашыу кеше Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырырға әҙерләнә. Ошо хаҡта республика Мәғариф министрлығы хәбәр итә. 1 февралгә тиклем уҡыусыларҙан имтихан тапшырыуға ғариза ҡабул ителде. Ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә бар. Мәҫәлән, сит телдәр исемлегенә ҡытай теле өҫтәлде. Был һынауҙы Рәсәйҙең 43 төбәгенән 289 кеше тапшырырға йыйына.