газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 12:27

Иң яҡшы башҡорт ғаиләһенә - телевизор

1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә.

1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Ошо дата уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итте. Ғаиләләргә 3-5 минутлыҡ видеояҙма төшөрөп, социаль селтәргә конкурстың рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова һөйләй.
- Эштәр 27 февралгә тиклем ҡабул ителә. Еңеүсе ғаилә тураһында мәғлүмәт 1 Март - Башҡорт ғаиләһе көнөндә Ҡоролтай сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә ҡуйыласаҡ. 2017-2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән «Матур ғаилә – ил ҡото» һәм «Ғаилә - туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе - 2019» конкурсында ҡатнаша алмай. Конкурста ҡатнашыусыларҙың Ҡоролтайҙың «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмөндә ағза булып тороуы мотлаҡ.

Читайте нас