газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2019, 12:41

Алдан хәстәрләргә кәрәк

Республикала яман шеш менән ауырыусылар регистры төҙөлә.

Республикала яман шеш менән ауырыусылар регистры төҙөлә. Ошо турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. Был башланғыс һәр пациентты диагноз ҡуйылғандан алып тамам һауыҡҡанға тиклем күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты тармаҡты үҫтереүҙең һигеҙ төрлө йүнәлешен билдәләгән. Улар араһында тәүге медицина ярҙамын камиллаштырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрендә ярҙамды көсәйтеү ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: