Нефтекама ҡалаһының бөтә мәктәптәре карантинға ябылды. Уҡыусылар араһында грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар һаны артҡан. Ошоға бәйле уҡыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында ҡарар ителгән. Нефтекама мәктәптәрендә карантин 16 февралгә тиклем була. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ауырыусылар һаны 20 процентҡа етһә, уҡыуҙы туҡтатырға кәрәк.