Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Февраль 2019, 17:32

Ҡоҙоҡта ғүмере өҙөлгән

Өфөлә ҡоҙоҡтан бер ирҙең кәүҙәһен сығарғандар.

Өфөлә ҡоҙоҡтан бер ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. 7 февралдә Өфөнөң Максимовка биҫтәһендә 1951 йылғы ир баштүбән ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быны эргәләге төҙөлөштә эшләп йөрөгән ир-егеттәр күреп ҡалған. Улар тәүҙә ул нимәлер эҙләй, тип уйлаған. Бер сәғәттәй ваҡыт уҙғас та ҡоҙоҡтан сыҡмағас, шаһиттар ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Ҡотҡарыусылар ҡоҙоҡтан ирҙең йәнһеҙ кәүҙәһен сығарған. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла.
Читайте нас: