Рәсәйҙә хеҙмәт йәшендәге ир-егеттәрҙең үлеменең 70 проценты - алкоголь арҡаһында. Был турала һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бында сифатһыҙ эсемлектәр менән ағыуланыуҙан тыш, алкоголь арҡаһында барлыҡҡа килгән сирҙәр ингән. Спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу организмды ныҡ зарарлай. Кешенең ғүмер оҙонлоғо тәү сиратта генетикаға түгел, сәләмәт йәшәү рәүешенә бәйле, тине министр.