Өфөгә биология буйынса олимпиадаға килгән 12 уҡыусы һәм бер уҡытыусының норовирус менән зарарланыуында “Амакс Турист”рестораны хеҙмәткәренең ғәйепле булыуы асыҡланған. Белгестәр унда йоғошло сир тапҡан. Бынан тыш, ризыҡ әҙерләү буйынса талаптар ҙа тупаҫ боҙолған. Лаборатор тикшереү аҙыҡ-түлектә ашҡаҙан-эсәк бактерияһы барлығын күрһәткән. Ресторан 60 тәүлеккә ябылған. Предприятие етәкселегенә административ яза тураһында протокол төҙөлгән. Материалдар Өфөнөң Октябрь районы судына ебәрелгән.