Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2019, 15:02

Артығын түләмәгеҙ

Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә идарасы компаниялар сүп-сар сығарған өсөн хаҡты ике тапҡырға арттырып түләттерә.

Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә идарасы компаниялар сүп-сар сығарған өсөн хаҡты ике тапҡырға арттырып түләттерә. Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Владимир Бурмаков хәбәр итеүенсә, был хоҡуҡ боҙоуға илдең 20 төбәгендә юл ҡуялар. Ә Башҡортостанда нисек?

- Республикала икеләтә түләттереү күренеше юҡ, - тине “Берҙәм Рәсәй”ҙең Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов. - Ғинуарҙа идарасы компаниялар бер-ике тапҡыр алдашырға маташып ҡараны, ләкин хоҡуҡ һаҡлау органдары тиҙ үк сараһын күрҙе - быны тыйҙылар һәм компаниялар иҫкәртелде.
Читайте нас: