Башҡортостан депутаттары эсәр һыу сифатына бәйле законды ҡабул итте. Документта эсәр һыуҙы ҡулланыу, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында халыҡты таҙа һыу менән тәьмин итеү тәртибе билдәләнгән. "Һыу сифатын тикшереү һөҙөмтәләре йәмәғәтселеккә даими хәбәр ителеп торорға тейеш", - ти депутат Руфина Шаһапова. Законға Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡул ҡуйған. Ул 10 көндән көсөнә инә.