газета "Салауат"
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2019, 16:57

Эшҡыуарҙарға юл асыҡ

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән осрашты."Бизнес-клуб" рәүешендә үткән сарала инновациялы йүнәлештә шөғөлләнгән йәш эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар Радий Хәбировты үҙҙәре уйлап тапҡан техника менән таныштырҙы, асыштары тураһында һөйләне. Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республикала эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлы мөхит булдырыу - төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Осрашыу барышында бизнесмендар Башҡортостанда мәғлүмәт технологиялары паркы булдырыу тәҡдиме менән сыҡты.
Читайте нас